Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2019, 17:35
Тыуған яҡ йондоҙҙары
Үрге Тәтешле 1-се мәктәбе башҡорт теле һәм музыка уҡытыусыһы Лиза Фәтхуллинаның уңыштары тураһында әленән-әле яҙып торабыҙ. Ошо көндәрҙә уның уҡыусылары яратҡан остаздарына йәнә шатлыҡлы минуттар бүләк итте.
4-се класс уҡыусыһы Айрас Әхмәҙуллин Башҡортостан Республикаһына арналған «Республикама дан йырлайым» иншалар конкурсында 1-се урын яулап, республика күләмендә лә 1-се урынға лайыҡ булды һәм БР Мәғариф дипломы менән бүләкләнде.
17 ноябрҙә Өфөлә республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән килгән бик күп ҡыҙ-малайҙар йыр бәйгеһендә көс һынашты. «Brilliant Talents» тип аталған был сарала һәр бала үҙенең бриллиант булыуын раҫларға тырышты. Унда ҡатнашыусылар Италия, Англия халыҡтарының йырҙарын да бик оҫта башҡарҙы. Конкурста 5-се «Б» класс уҡыусыһы Әлинә Нисапова 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ул бронза миҙал, ҡиммәтле приз менән бүләкләнде.
Бындай уҡыусыларың булыу – ҙур ғорурлыҡ. Лиза Рамус ҡыҙына тынғыһыҙ, ләкин емешле хеҙмәтендә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан