Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2019, 23:30

Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Байрам тантанаһын йондоҙҙар темаһы биҙәне. Ысынлап та, утыҙ йыл буйына ниндәй генә «йондоҙҙар»ҙы тормош юлына сығармай мәктәп!

1989 йылда Краснокама районы халыҡ депутаттары Советы ҡарары менән Ағиҙелдә 2-се һанлы мәктәп асыла. Беренсе уҡыу йылында 299 бала 13 класта белем ала башлай.
Мәктәптең беренсе директоры Әбүҙәр Хатмулла улы Кәбиров 13 йыл буйы вазифаһын башҡара. Унан һуң Людмила Николаевна Исхакова 9 йыл етәкселек итә. Рима Талип ҡыҙы Мозафарова ете йыл мәктәп коллективын етәкләй. 2017 йылдан башлап мәктәп директоры - Лилиә Наил ҡыҙы Шашкина.
Утыҙ йыл буйына мәктәптә 272 уҡытыусы һөнәри тәжрибә үтә. Бөгөн 27 уҡытыусы эшләй, уларҙың ун өсө – 25 йылдан артыҡ бер урында.
30 йылда мәктәптән 1725 баланы сыға, улар араһынан 62 уҡыусы алтын миҙалға лайыҡ була, шул тиклем үк уҡыусы көмөш миҙал менән тамамлай.
Тантана сараһына хеҙмәт ветерандары, ата-әсәләр, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамалмаған кешеләр йыйылған ине. Коллективты ҡала хакимите башлығы Фәнис Ғилванов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова, ата-әсәләр комитеты рәйесе Гөлназ Кудашева, ҡалалағы мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡотланы.
Фотола: 2-се мәктәп коллективынан коллегаларға музыкаль сәләм

Фотола: 2-се мәктәп коллективынан коллегаларға музыкаль сәләм.
Читайте нас: