Конкурста дүрт уҡытыусы ҡатнашты: беренсе мәктәптең башланғыс кластары уҡытыусыһы Светлана Рәхимова, икенсе мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Любовь Касымова, башҡорт гимназиһының математика уҡытыусыһы Әлфинур Кинйәбаева, беренсе мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Ғәлиева.
Конкурстың муниципаль этабы өс һынауҙан тора. Беренсе этапта жюри уҡытыусының сайтын тикшерә, икенсе этапта асыҡ дәресен баһалай. Конкурстың иң сағыу, ҡыҙыҡлы этабы сәхнәлә үтә: уҡытыусылар оҫталыҡ класын үткәрә.
Гүзәлиә Нурлыхан ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбитен уҡытыуҙа уйын технолгияларын ҡулланыу ысулдарын күрһәтте. Светлана Данияр ҡыҙы лего оҫтаханаһы миҫалында ситтән тороп уҡытыу мөмкинлектәрен күрһәтте. Любовь Александровна балала ғәжәпләндереү аша уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыуға иғтибар итте. Әлфинур Дауыт ҡыҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән бәйле уйын-мәсьәләләр тәҡдим итте.
Һөҙөмтәлә «Йыл уҡытыусыһы» исемен Светлана Рәхимова яуланы, Любовь Касымова «Йәш йыл уҡытыусыһы» булды, Гүзәлиә Ғәлиева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында еңде. Улар өсөһө ҡала намыҫын республика этабында яҡлаясаҡ.