Һәр бер класс үҙенең оҫталығын күрһәтергә тырышты. Уҡыусылар шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған асыҡ дәрестә белемдәрен күрһәтергә тырыштылар, викторина, башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсында көс һаныштылар, театр студияһында әкиәт сәхнәләштерҙеләр. “Тел – халыҡ күңеле” әҙәби-музыкаль композицияһы айырыуса матур үтте һәм ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Уҡыусылар был сараларға әҙерләнгәндә һәм үткәргәндә әҙәби телдең аһәңле яңғырашын, моңон, матурлығын тойорға, ишетергә һәм баһаларға өйрәнде.
Гимназия директоры Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы Денисламова фекеренсә, диалект шарттарында әҙәби телде өйрәнгәндә башҡорт телендә ойошторолған һәр бер сара өндәрҙе дөрөҫ үҙләштереүгә, мөмкин тиклем күберәк һүҙҙәр оторға ярҙам итә.
Башҡорт теле көнө уҡыусылырҙың күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.