Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2020, 22:45
Краснокама районы мәктәбе уҡыусылары һынатманы
Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында 9-11 ғинуарҙа 8-11 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Быйыл был сара 32-се тапҡыр уҙғарылды.
Унда республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, ә шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән дә 400-гә яҡын уҡыусы йыйылды. Уларҙы БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне һәм бәйгелә уңыштар теләне.
Краснокама районынан алты кеше ҡатнашты. Бәйгелә ҡатнашыусылар өс һынау үтте – инша яҙыу, викторина һорауҙарына һәм телдән яуап биреү.
Яңы Нуғай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы был олимпиадала еңеү яуланы. Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.Зарипова.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан