20 ғинуарҙа республикала ике төбәктең – Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең – Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының эшлекле осрашыуы үтте.
Күршеләребеҙ ҙә тиҙҙән үҙ биләмәһендә «Үҫеш нөктәһе» масштаблы проектын тормошҡа ашырасаҡ - 2020 йылда Ырымбур өлкәһе «Үҫеш нөктәһе» проектына ҡушыла. Был эшлекле осрашыу күршеләребеҙҙең республикала бындай үҙәктәрҙең нисек барлыҡҡа килеүе, эшләп китеүе һәм башҡалар хаҡында белеүе өсөн кәрәк.
Ырымбурҙарҙың ошондай уй-теләге булғас, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы - Башҡортостанда, билдәле булыуынса, былтыр 133 мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре ойошторолғайны - ҙур ризалыҡ менән үҙәктәрҙең эше менән таныштырырға булған. Ике төбәктең дә ведомство ағзалары Федоровка, Стәрлебаш һәм Ергән ауылдарындағы үҙәктәрҙе барып ҡараған. Уларҙа ҡунаҡтар балалар менән аралашҡан, төрлө ҡоролмаларҙы ҡараған, үҙәктәрҙең уҡытыусылары менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшкән.
Белеүебеҙсә, «Мәғариф» милли проекты белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.. «Үҫеш нөктәһе» – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы уҡыусылар өсөн булдырылған һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге үҙәктәр.
Әйткәндәй, Яңауыл районында ике үҙәк эшләй. Улар Байғужа һәм Ямаҙы ауылдарында ойошторолған.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите