Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар 2020, 21:25
Ағиҙел мәктәптәрен карантинға яптылар
Ҡағиҙә буйынса, мәғариф учреждениеларында 20 процент бала сирләһә, уларҙы карантинға ябалар.
21 ғинуарҙа Ағиҙел мәктәптәрендә был күрһәткес 18 процент булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы карантинға ябырға тигән ҡарарға килделәр.
Төрлө мәктәптә хәл төрлөсә ине: гимназияла 7,6 процент бала сирләгәйне, беренсе мәктәптә – 11 процент. Ә бына исенсе мәктәптә был күрһәткес дүшәмбелә 30 процент, шишәмбелә – 37 процентҡа етте. Сирҙе тағы ла таратмаҫҡа тип, мәғариф бүлеге карантинға ябыу ҡарарын ҡабул итте.
Әлегә балаларҙың ниндәй инфекциянан сирләгәндәре билдәле түгел, шуныһы аныҡ: грипп вирусын лаборатория раҫламай.
Мәктәптәрҙә карантин 28 ғинурға тиклем һуҙыла. Шулай уҡ өҫтөмә белем биреү учреждениелары ла балаларҙы был көндәрҙә ҡабул итмәй.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан