Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Азат Вәзир улы Йәнгиров 1999 йылда — «Милли иҡтисад» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2002 йылда аспирантура тамамлаған. Шул уҡ йылда — иҡтисад фәндәре кандидаты, ә 2006 йылда доцент дәрәжәһен алған. 2009 йылда Һамар дәүләт иҡтисад университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 2018 йылдан — Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты етәксеһе.
Бынан алда Мәғарифты үҫтереү институтына Башҡортостандың элекке мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова етәкселек итте. 2020 йылдың ғинуарында ул был вазифаны ҡалдырҙы.
Сығанаҡ http://www.bashinform.ru/bash/1409639/