Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль 2020, 19:30
Ағиҙелдә Мәғариф аҙналығы үтә
17 февралдә Ағиҙелдә Мәғариф аҙналығы башланды.
Аҙна буйы – 17 февралдән алып 21 февралгә тиклем мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, «Савитар» балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Асыҡ ишектәр көндәре үтә. Ата-әсәләрҙе көндәлек меню аштарын тәмләп ҡарарға, түңәрәк һәм секциялар эше менән танышырға, асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар.
Беренсе көндә үткән төп сараларҙың – ике балалар баҡсаһында ясле төркөмдәре асыу булды. Бишенсе балалар баҡсаһында йәш ярымдан өс йәшкә тиклем балалар өсөн ике төркөм асылды, дүртенсе балалар баҡсаһында төркөмгә ике айҙан йәш ярымға тиклем балаларҙы алалар. Был күркәм саралар «Демография» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан