Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль 2020, 13:05

Уҡыусыларыбыҙ һынатманы

Күптән түгел Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика сәнғәт гимназияһында туған тел һәм әҙәбиәт буйынса республика олимпиадаһы үтте.

Ул өс этаптан торҙо. Уҡыусылар бирелгән тема буйынса инша яҙҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңғы этапта һөйләү телмәре тикшерелде.
Был олимпиадала Тәтешле районы уҡыусылары ла һынатманы. Түбән Балтас ауылынан Полина Шакирова һәм Вилиана Сергеева еңеүсе тип табылды. Ҡәлтәүҙән Наталья Ғарифйәнова, Дмитрий Ҡунаҡбаев, Яңы Тәтешленән Ольга Әхмәтйәнова, Шулған ауылынан Лиза Ғаязова, Һылыу Фәтхетдинова, Лилиә Хәмәтнурова (фотола) призер булдылар.
Район данын лайыҡлы яҡлаған уҡыусыларыбыҙға, уларҙы ҙур бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп, арытабан да уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: