Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Февраль 2020, 23:55

Ағиҙел башҡорт гимназияһында Мәғариф аҙналығын күркәм саралар менән үткәрҙеләр

Икенсе йыл инде Ағиҙел ҡалаһының барлыҡ белем биреү ойошмаларында ла Мәғариф аҙналығы уҙғарыла. Аҙна дауамында барған сараларҙа ҡала мәктәп уҡыусылары һәм педагогтар берләшмәһенән тыш, көнүҙәк мәғариф проблемалары менән ҡыҙыҡһынған ата-әсәләр, йәмәғәтселек һәм урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре ҡатнаша.

Быйыл проекттың Башҡорт теле йылы сиктәрендә тормошҡа ашырылыуы үткәрелгән сараларға тантаналыҡ өҫтәне, уларҙың әһәмиәтен арттырҙы. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә туған телдә белем биреү проблемаларына арналған ата-әсәләр конференциялары, кәңәшмәләр, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Уҡытыусылар тарафынан айырыуса башҡорт теленән асыҡ дәрестәргә, оҫталыҡ дәрестәренә, шулай уҡ балаларҙа милли үҙаң һәм рухи ҡиммәттәр тәрбиәүләүсе сараларға иғтибар бирелде.
Башҡорт гимназияһнда үткән сағыу саралар тураһында гимназия директоры Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы Денисламова уртаҡлашты:
- 21 февраль башҡорт гимназияһында Мәғариф аҙналығы сиктәрендәге иң сағыу көндәрҙең береһенә әүерелде. Уҡыусылар ғәжәйеп башҡорт теле донъяһына сумды: тәнәфестәрҙә ҡурай моңо өҙөлмәне, дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа уҡыусылар бихисап шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде, һәр бер класс флешмобта ҡатнашты, башҡорт әҙиптәренең шиғырҙарын хор менән уҡып, видеояҙмалар әҙерләне.
Аҙна буйы барған саралар барышында гимназия фойеһында, тамаша залында, китапханала, кластарҙа Башҡорт теле йылы атмосфераһы хөкөм һөрҙө: башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының портреттары галереяһы, уларҙың мәңгелек әҫәренән күргәҙмәләр, йөкмәткеле стендтар булдырылған ине. Иң әһәмиәтле һәм мөһим сара булып «Тыуған илем – башҡорт иле, туған телем – башҡорт теле» әҙәби-музыкаль композицияһы торҙо. Тамаша залындағы байрам “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын күмәкләп башҡарыу буйынса флешмоб менән тамамланды.
Ҡала башлығы Фәнис Яфас улы Ғилвановтың һәм уның урынбаҫары Фидан Әлфир улы Ишемғоловтың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Фәнис Яфасович балаларҙы Башҡорт теле йылы менән ихлас ҡотланы, башҡорт телен тырышып уҡырға өндәне, уны һаҡларға, яҡларға, артабан үҫтерергә кәрәклегенә лә ишара яһаны.
Әҙәби-музыкаль программанан һуң һәр бер класта яҙыусы, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабир Ҡадыровтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк буйынса Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланған диктант үтте.
Читайте нас: