Февраль аҙағында Әмир Таиландың баш ҡалаһы Бангкокта математика буйынса уҙғарылған «Math Challenge IX» халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашты. Унда Әмир Рәсәйҙән бер үҙе генә булды. Олимпиада барышында 75 минут эсендә 40 биремде үтәргә кәрәк ине. Әйткәндәй, биремдәрҙең барыһы ла инглиз телендә була. Тырыш егетебеҙ уларҙы уңышлы үтәп, 3-сө урынға лайыҡ булды һәм мәртәбәле олимпиаданың бронза призеры исемен яуланы. Афарин, Әмир!