Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта 140 урынға иҫәпләнгән «Миләш» балалар баҡсаһы асылды.
Заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып төҙөлгән ике ҡатлы бина «Демография» милли проекты бурыстарына ярашлы сафҡа индерелде. Урындағы халыҡтың оло ҡыуанысын уртаҡлашырға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рәмил Сафин, «Главспецстрой» йәмғиәте директоры Семен Исачкин, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин килде.
Әнис Ҡасим улы тантанаға йыйылғандарҙы тәбрикләп, «Район үҙәгендә яңы балалар баҡсаһы асылыуы - айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки 33 йыл инде Оло Ыҡтамаҡта бындай мәктәпкәсә учреждение төҙөлгәне юҡ ине», - тине. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, мәғариф һәм фән министрлығына, төҙөүселәргә оло рәхмәтен еткереп, «Миләш»тә балаларҙың шат тауыштары тынмаҫына ышаныс белдерҙе.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сығышында белем-тәрбиә биреү тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен, «Мәғариф» милли проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте, Башҡортостан Башлығының даими хәстәрлеге арҡаһында төбәктә яңы 22 балалар баҡсаһы сафҡа индерелде, тине. Ә «Главспецстрой» йәмғиәте директоры «Миләш»кә телевизор бүләк итте.
Яңы балалар баҡсаһы заманса талаптарға яуап бирә, унда лифтҡа тиклем бар, төркөмдәр иркен, яҡты, ашхана заманса көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған. Спорт һәм музыка залдары, уйын бүлмәләре, һис шикһеҙ, кескәйҙәрҙең күңеленә хуш киләсәк, күңелдәрҙә һәр саҡ ҡояшлы йәй буласаҡ.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: mechetly.bashkortostan.ru