Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2020, 16:55

Уҡыуҙар дауам итә

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары бөтә ил балалары менән бер рәттән дистанцион режимда уҡый.

Егеттәр-ҡыҙҙар онлайн дәрестәр һәм кейс технологиялары аша белем үрҙәренә үрмәләй. Улар күптән яратып өлгөргән "Бәйләнештә" төркөмө аша үҙ-ара аралаша, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Бәхеткә ҡаршы, Интернет селтәре лә техник өҙөклөкһөҙ эшләп килә. Балалар билдәләүенсә, уҡыуҙар күңелһеҙ түгел. Дәрестәрҙә аудиофайлдарҙы тыңлау һәм видеоларҙы ҡарау мөмкинлеге лә бар, кәрәк саҡта уҡытыусылар балаларға кәңәш бирә, ярҙам итә. Дистанцион уҡыуҙар беренсе тапҡыр булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә тырышып эшләй.
Эльвира Муллаярова.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: :Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе сайты.
Читайте нас: