Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 1 сентябрҙән Башҡортостандың дүрт муниципалитетында - Благовар, Әбйәлил, Федоровка, Яңауыл райондарында - берҙәм мәктәп формаһы буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла башлай.
Унда I - V синыфтарҙа уҡыған 9 меңгә яҡын бала ҡатнаша. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мәктәп формаһы коллекцияһын республиканың еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты булдырған. Был кейемдәрҙә уҡыусының Башҡортостандан икәнен күрһәтеп тороусы билдә лә бар.
Ошо көндәрҙә Яңауыл районында мәктәп формаһы менән таныштырыу сараһы ойошторолдо ла инде. Ул физкультура һәм спорт комплексында үтте. Бында байтаҡ ата-әсәләр йыйылғайны. Улар товарҙың сифатын тикшерә алды.