Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Октябрь 2020, 22:05

Мәктәп уҡыусыларының:көҙгө каникулы ун көн дауам итәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Республика уҡыусыларының 10 көнлөк көҙгө каникулы 2020 йылдың 26 октябрендә башлана», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Балалар 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнән һуң ғына мәктәпкә бара.
Бынан алда киң мәғлүмәт саралары Мәскәүҙә каникулдың 5 октябрҙә башланып, ике аҙна дауам итәсәге тураһында хәбәр иткәйне. Баш ҡала мэры һүҙҙәренсә, каникул ваҡытында дистанцион дәрестәр булмай, теләгән уҡыусылар яңы материалды үҙ аллы өйрәнеп, үтелгәндәрҙе ҡабатлай ала.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: