Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2020, 19:27

«Дуҫлыҡ тирмәһе» асылды

Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһында Республика көнөнә бағышлап «Дуҫлыҡ тирмәһе» асылды.

Тирмә – күп милләттәр дуҫлыҡта йәшәгән республикабыҙҙың визит карточкаһы. Гимназияла асылған тирмә лә халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығын символлаштырасаҡ. Был уҡыу йортонда ла туғыҙ милләт вәкилдәре белем ала.
Тирмә уҡыу кабинеттарҙың береһендә урынлаштырылды, уның хужабикәһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зыязетдинова Фирүзә Бәҙертин ҡыҙы. Тирмә гимназияның тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеү музейының филиалы буласаҡ, унда башҡорт халҡының көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттерән һүрәтләгән экспонаттар урын аласаҡ.
Тирмәне асыу тантанаһында уҡыусылар башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡумыҙсылар ансамбле сығыш яһаны.
Читайте нас: