Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ноябрь 2020, 20:15

Мәктәп уҡыусылары артабан нисек белем аласаҡ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе. Унда мәктәп уҡыусыларының артабан, анығыраҡ алғанда 9-нан 22 ноябргә тиклем нисек уҡыу тәртибе хәл ителде.

Ҡарар ҡабул иткән саҡта, оператив штаб ағзалары Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәренә таянды.
Шулай итеп, беренсенән алып бишенсегә тиклем һәм 11 класс уҡыусылары был осорҙа мәктәпкә барып уҡыясаҡ. Ә 6-10 кластар белем алыуҙың дистанциялағы форматына күсәсәк.
Башҡортостандың аҙ комплектлы мәктәптәренә килгәндә (унда балалар һаны 75-тән ашмай), улар уҡыуҙы ғәҙәти тәртиптә дауам итәсәк. Бөтә кластар ҙа мәктәпкә барып уҡыясаҡ.
Өҫтәмә белем биреү учреждениелары алдағы ике аҙнала дәрестәрен шулай уҡ дистанция тәртибендә ойошторасаҡ.
Фото: 63ch.ru
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-p-u-iusilari-artaban-nisek-belem-alasa-532979/
Читайте нас: