Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2020, 01:10

«Юғарыға ос!»

Проект Яңауыл ҡалаһының Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияһында тормошҡа ашырыла

Яңауыл ҡалаһының Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияһында 2019 йылдан башлап « Юғарыға ос!» проекты тормошҡа ашырыла. Бында быйыл да унынсы һәм ун беренсе кластарҙа “Иркен һөйләш”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән”, “Интерактив башҡорт теле”, “Сәләмәт йылмайыу” модулдәре буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлек уҙғарыла.
“Иркен һөйләш” һәм “Интерактив башҡорт теле” модулдәрендә балалар яҡшы уҡырға, инглиз һәм башҡорт телдәре грамматикаһына эйә булырға ғына түгел, ә иркен һөйләшергә лә өйрәнә.
“Был өҫтәмә курстар уҡыусыларға көнкүрештәге телмәрҙе үҙләштерергә, иркенерәк аралашырға мөмкинлек бирә”, - ти башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Әҙим ҡыҙы Ғарипова (һүрәттә).
“Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән” – спорт модулдәре. Унда балалар спорт төрҙәре алымдарын өйрәнә һәм шахмат уйнағанда интеллектуаль һәләттәрен үҫтереп, ваҡыттарын күңелле уҙғара.
“Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә бында стоматология кабинетына ремонт үткәрелде, ҡорамал алынды.
Читайте нас: