Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2021, 10:10

Африканан да килеп уҡыйҙар

Иҡтисад, юриспруденция, мәғлүмәт технологиялары, энергетика белгестәре әле лә иң популяр һанала

Республикала һигеҙ дәүләт һәм ике дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорто эшләй. Уларҙа 97,3 мең студент уҡый. Былтыр юғары уҡыу йорттарына 24,8 мең студент ҡабул ителгән, уларҙың 12,8 мең кеше коммерция нигеҙендә белем ала башлаған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының төп бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Абитуриенттар араһында конурсҡа килгәндә, бер урынға 5,1 ғариза тура килгән. Бер бюджет урынына иһә 6,8 ғариза тапшырылған. Әйткәндәй, иҡтисад, юриспруденция, мәғлүмәт технологиялары, энергетика белгестәре әле лә иң популяр һанала.
Студенттарҙың 52 проценты – ҡыҙҙар. Улар, нигеҙҙә, гуманитар йүнәлештәге педагогика, мәҙәниәт, сәнғәт кеүек һөнәрҙәрҙе күберәк һайлаған.
Дәүләт юғары уҡыу йорттарында Рәсәй студенттары күплекте тәшкил итә (95,2 процент). Яҡын сит илдәрҙән 2747 студент белем ала. Уларҙың 924-е – Ҡаҙағстан, 877-һе – Тажиҡстан, 532-һе – Үзбәкстан, 227- һе – Төркмәнстан, 112-һе – Ҡырғыҙстан, 21-е Украинанан һәм башҡа илдәрҙән. Бынан тыш, Азия, Африка илдәренән килеп уҡығандар ҙа бар.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: