Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Ғинуар 2021, 10:05

Квадракоптерға идара итергә өйрәнәләр

“Башҡортостан кванториумы” күсмә технопаркы уҡыу йылы барышында 12 агломерацияла 5-11-се кластарҙағы ике меңдән ашыу балаға белем бирәсәк

Башҡортостан Республикаһында ике күсмә технопарк эшләй башланы. Шуларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды.
19 ғинуарҙа Талбазы ауылындағы 3-сө мәктәптә, “Башҡортостан кванториумы” күсмә технопаркы ресурстарын файҙаланып, уҡыусылар өсөн тәүге дәрестәр башланды. Бер аҙна эсендә балалар 3Д принтерында баҫтырып сығарыу өсөн 3Д моделен төҙөргә, Ардуино микроконтроллеры нигеҙендә ҡулайламалар конструкторларға һәм программаларға өйрәнде, Scratch программалау телендә, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре өсөн уйындар булдырыу нигеҙҙәре менән танышты, квадрокоптерҙы автоном осошҡа программаланы, мәктәп буйлап виар-тур ойошторҙо.
“Башҡортостан кванториумы” күсмә технопаркы уҡыу йылы барышында Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарындағы 12 агломерацияла 5-11-се кластарҙағы ике меңдән ашыу балаға белем бирәсәк.
Әйткәндәй, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты нигеҙендә башҡарыла.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: ufa.vibirai.ru
Читайте нас