Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2021, 18:50
Ағиҙел уҡыусылары «Изге Шәмбе» акцияһына ҡушылды.
«Изге Шәмбе» акцияһы - «Бәйләнештә» социаль селтерәндә үткән «Ҙур тәнәфес» конкурсының бер өлөшө.
Был акция беренсе тапҡыр 23 ғинуарҙа үткәрелде, хәҙер ул аҙна һайын үткәреләсәк. Акцияның маҡсаты – уҡыусыларҙы ирекмәндәр хәрәкәте менән таныштырыу. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре яңы йылды изге эштәр менән башлап, шул йоланы йыл әйләнәһенә дауам итер, тип ышана ойоштороусылар.
Ағиҙел уҡыусылары саф һауала иртәнге зарядка эшләй, саңғыла йөрөй, ихатала ҡар таҙарта, тағараҡтарға ризыҡ һалып, ҡоштар тураһында ҡурсалай, өй йыйыштыра, олатай-өләсәйҙәре, ҡарт күршеләре өсөн магазинға бара, иртәнге ашты бешереп, бөтә ғаиләне һыйлай.
Башҡарған эштәрен фотоға төшөрөп, «Ҙур тәнәфес» конкурсы сәхифәһенә #ДобраяСуббота #БольшаяПеремена хештегтары менән урынлаштыра.
Акцияла иң әүҙем ҡатнашыусылар «Ҙур тәнәфес» конкурсының махсус приздары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан