Олимпиадала бөтә республиканан йөҙгә яҡын 7-11 класс уҡыусыһы ҡатнашты. Олимпиада программаһына гимнастика, спорт уйындары һәм теоретик-методик һынауҙар ингәйне.
Ағиҙел намыҫын 10 класс уҡыусыһы Игорь Ислибаев менән 11 класс уҡыусыһы Регина Муллаҡаева яҡланы. Улар икеһе лә теоретик-методик һынауҙарҙа беренсе урын яуланы. Игорь гимнастика комбинацияһында ла беренсе булып, республика олимпиадаһының абсолют еңеүсеһе булды. Регина рейтингыла бишенсе булып, призер булды.
Уҡыусыларҙы физкультура уҡытыусылары Владимир Чернов менән Айзат Хисамов әҙерләне. Хәҙер уҡыусылар апрель айында үтәсәк Бөтә Рәсәй этабына әҙерләнә.
Фото: https://vk.com/fgilvanov?w=wall516673960_2921