Ҡурай
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Февраль 2021, 20:52

Мәктәп ашханаларында “Асыҡ ишектәр” көнө үтте

17 һәм 19 февралдә Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә һәм башҡорт гимназияһы ашханаларында “Асыҡ ишектәр” көнө үтте. Ата-әсәләрҙең һорауҙарына мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова, директорҙар Люция Башарова һәм Гөлфиә Денисламова, шулай уҡ туҡланыу буйынса техник-технолог Ильмира Сәхибгәрәйева яуап бирҙеләр.

Мәктәптәр өсөн меню СанПИНға ярашлы төҙөлә, ул мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор тарафынан раҫланған. Ағиҙел мәктәптәре 4-се меню буйынса эшләй.
1-се мәктәптә ике аҙналыҡ меню буйынса, башҡорт гимназияһында бер аҙналыҡ меню буйынса бөтә аш-һыу төрҙәре лә әҙерләнгәйне. Ата-әсәләр бөтә аштарҙы ла тәмләп ҡаранылар, бөтәһенең дә өйҙәгесә тәмле булғанын, технология буйынса әҙерләнгәнен билдәләп үттеләр.
“Былай ашатҡас, беҙ балаларыбыҙ сәләмәтлеге өсөн тыныс”, - тинеләр улар.
Читайте нас: