Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
26 Марта 2021, 07:12

Ағиҙелдә дөрөҫ туҡланыу буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте

23 мартта «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгенең коворкинг бүлмәһендә «Сәләмәт туҡланыу» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов ҡатнашты.

«Түңәрәк өҫтәл» ултырышында бер нисә һорау ҡаралды:
- ҡалалағы мәғариф учреждениеларында балаларҙы туҡландырыу сифатын арттырыу;
- ата-әсәләр контролен ойоштороу;
- мәғариф учреждениеларында балаларҙы туҡландырыу буйынса санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр;
- мәктәп уҡыусыһының дөрөҫ туҡланыуы: рацион нигеҙе һәм меню төҙөү принциптары.
«Түңәрәк өҫтәлдә» ҡатнашыусылар был һорауҙар менән ҡыҙыҡһынғанлыҡтарын күрһәттеләр һәм проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙ тәҡдимдәрен белдерҙеләр.
Читайте нас