Театраль төркөмдәр йыл тематикаһына тура килгән постановкалар әҙерләне. Берәүҙәр Фиксиктар булып уйнаһа, икенселәр Белмәҫйән мажараларын күрһәтте, өсөнсөләр Мальвинаның Буратиноны уҡытҡанын сәхнәләштерҙе. Башҡорт гимназияһы уҡыусылары «Мөмкин булмаһа ла булдырып була» спектаклен күрһәтте, ә 2-се мәктәп уҡыусылары «0-Z иле Тылсымбикәһе» постановкаһын әҙерләне. Һәр бер сығышта белем алыуҙың әһәмиәтлелеге, уҡымышлы булыуҙың мөһимлеге аҫһыҙыҡланды.