28 июндә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙе дәртләндереү саралары булдырырға ҡушты.
- Улар – төплө, эшһөйәр, талантлы балалар. Һәм беҙ, әлбиттә, уларҙы төбәгебеҙҙә ҡалдырырға теләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең университеттарға уҡырға ингән 100 баллыларҙы дәртләндереү сараларын уйлағыҙ. Ул өҫтәмә стипендия йәки 100 мең һумдан башланған йыллыҡ грант булыуы ихтимал. Аҡсаны иҫәпләп, бәлки сумманы арттырырға ла мөмкин. Иң мөһиме – ул абитуриенттар өсөн уңайлы, аңлайышлы алым булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки БДИ-ны 100 балға тапшырғандарға башҡа юғары уҡыу йорттары ла “һунар алып бара”.
Республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, бөтә фәндәр буйынса БДИ һөҙөмтәләре 8 июлгә билдәле булып бөтәсәк. Әлегә 89 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәшкән, ә дүрт уҡыусы икешәр имтиханды 100 балға тапшырған.
Яңауыл районынан ике уҡыусы рус теленән имтиханды 100 балға бирҙе.
Рәсәйҙә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыла.