Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июль 2021, 14:27

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Ағиҙелдә 12 уҡыусы мәктәпте “Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән тамамланы. Миҙал һәм ҡыҙыл аттестаттарҙы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов 8 июлдә тапшырҙы.

Миҙал алыусыларҙың һигеҙе – беренсе мәктәпте, дүртеһе – икенсе мәктәпте тамамалы. Уларҙың бөтәһе лә Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балдарға тапшырҙы.
Әйткәндәй, быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары үткән йылға ҡарағанда БДИ-ҙы яҡшыраҡ тапшырҙы, юғары балдар алыусылар ҙа күберәк булды. Мәҫәлән, информатиканан 98, химиянан – 97, рус теле менән инглаз телен 96 балл йыйыусылар бар.
Әлбиттә, беҙ ошондай уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, яҡшы белгес булыуҙарын теләйбеҙ.
Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас