Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2021, 16:01

Ағиҙелдән уҡытыусылар династияһы республика конкурсында өсөнсө урын яуланы

Гәрәйшиндар-Ғәлиевтар династияһы "Иң яҡшы уҡытыусылар династияһы" конкурсында өсөнсө урынды яуланы. Конкурс мәғариф министрлығы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үткәрелде. Быйылғы бәйгелә Рәсәйҙең 16 төбәгенән 123 династия ҡатнашты.

Ағиҙелдән уҡытыусылар династияһы республика конкурсында өсөнсө урын яуланы
Ағиҙелдән уҡытыусылар династияһы республика конкурсында өсөнсө урын яуланы

Гөлназ Ғәлиева Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Уның педагогик стажы – 21 йыл. Уның әсәһе Гәрәйшина Эльза Имамутдин ҡыҙының  стажы – 37 йыл, ул күп йылдар 2-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытты. Пенсияла булыуға ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтә.

Конкурстың бересе этабында династияның генеалогик ағасын төҙөргә кәрәк булған. Был династияның башында Гөлназ Рауил ҡыҙының өләсәһе Нәфисә Сабирйәнова (Солтанова) тора. Ул 1950 йылдан башлап 1985 йылға тиклем татар теле уҡытҡан. Уның ике ҡыҙы – Эльза менән Ирина ла уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлаған. Ирина Имамутдин ҡыҙының ҡыҙы Алһыу Шакирйәнова ла бөгөн Казанда институтта уҡыта, ул иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.

Конкурстың икенсе этабы Өфөлә үтә. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡытыусылар династиялары  тураһында видеослайдтарҙа күрһәтеп  һөйләй.

Өсөнсө урын өсөн диплом биргәндә Мәғариф министры Айбулат Хажин  да ҡотлау һүҙҙәрен еткерә.  

-   Һөнәребеҙ бер төрлө булыуы беҙҙең ғаиләләге мөнөсәбәттәрҙе нығыта ғына, беҙ ауырлыҡтарҙы аңлап, бер-беребеҙҙең уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ, - ти Гөлназ Рауил ҡыҙы.

 

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: