Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2022, 15:34

Кәлтәй ауылында - милли ризыҡ байрамы

Ул мари халҡының йола байрамы «Шорык йол» көнөнә тура килде.

Кәлтәй ауылында - милли ризыҡ байрамы
Кәлтәй ауылында - милли ризыҡ байрамы

Кәлтәй ауылында милли ризыҡ байрамы – мари халҡының йола байрамы «Шорык йол» көнөнә тура килде.

Мари халҡының «Шорык йол» йола байрамы – ул уйын –көлкө, йыр-бейеү байрамы. Был йола бер нисә төр мари халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ эсенә ала: ғаилә именлегеген һаҡлау, мал-тыуарҙарҙың именлелеге һәм мул уңыш йыйып алыу.

Кәлтәй ауыл советы мәктәп етәкселәре менән берлектә ошо матур байрамды ойоштороп ебәрҙеләр. Мәктәптә бер класс бүлмәһе матур итеп мари милли халҡының әйберҙәре һәм биҙәү йыһаҙҙары менән биҙәлде. Бүлмәлә карауат, өҫтәл, һандыҡ һәм ултырғыстар түрҙә үҙ урындарын алдылар. Өҫтәлдә милли биҙәүле ашъяулыҡ, самауыр һәм төрлө милли ризыҡтар күҙ яуып алып торҙо. Карауатта милли биҙәкле таҫтамалдар, мендәрҙәр, келәмдәр йәйелде.

Байрамда уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа һәм ата-әсәлар ҙә әүҙем ҡатнаштылар. Уларҙың һәр береһе милли кейемедә кейенеп, байрамға – тәйекмәк, ҡыстыбый, бәлештәр һәм башҡа милли ризыҡтар менән өҫтәлде байыттылар. Һәр уҡыусы үҙе бешереп килгән милли ризыҡ тураһында презетация яҡлап, милли йола байрамын тулыландырып ебәрҙеләр.

Һәр кем үҙенең милли йола байрамдарын белергә тейеш, быуындан быуынға еткерергә һәм һаҡлап ҡарарға тейештәр. Халҡыбыҙҙың милли йолалары – улар халҡыбыҙҙың бай хазинаһы.

Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: