Ҡурай
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2022, 12:29

Ағиҙелдә иң яҡшы уҡытыусыны билдәләнеләр

Ҡалала “Башҡортостан Республикаһы йыл уҡытыусыһы-2022” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ағиҙелдә иң яҡшы уҡытыусыны билдәләнеләр
Ағиҙелдә иң яҡшы уҡытыусыны билдәләнеләр

Конкурста дүрт уҡытыусы ҡатнашты: 2-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Илүсә Мусина, башҡорт гимназияһынан информатика уҡытыусыһы Луиза Хәйрисламова, 1-се мәктәптән физика уҡытыусыһы Илгиз Ғиләжев һәм математика уҡытыусыһы Резеда Ғаффарова.

Конкурс ике этаптан торҙо. Беренсе этапта уҡытыусылар үҙҙәренең сайттары менән таныштырҙалыр. Икенсе этапта асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ класы үткәрҙеләр.

Һөҙөмтәлә еңеүсе тип Резеда Ғаффарова танылды. Ул республика конкурсында ҡатнашасаҡ.

Резеда Марсель ҡыҙы Яр Саллы ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәпте Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тамамлаған. Уҡытыусы һәнәренә Йылабуға педагогия институтында уҡыған.

Күп йылдар Резеда Марсель ҡыҙы  Туймазы районы Ҡандра ауылында уҡытыусы булып эшләй. Аҙаҡ ул Рубик кубигы менән мауығып китеп, Мәскәүҙә спидкубинг клубын асып ебәрә. 2019 йылда Ағиҙелгә, ата-әсәһе янына ҡайтып, 1-се мәктәптә уҡыта башлай. Кластан тыш сара булараҡ балаларҙы Рубик кубигын йыйырға өйрәтә. ”Рубик кубигы – уникаль инструмент, ул баш мейе өсөн иң яҡшы тренажер, - ти уҡытыусы. – Был башватҡыс менән эшләп, уҡыусы ҡыҫҡа ваҡытта аҙымдарын планлаштырырға, дөрөҫ ҡарарҙар   ҡабул итергә өйрәнә. Спидкубинг менән мауыҡҡан уҡыусылар математика үҙләштереүҙә ҙур уңыштарға ирешә”.   

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: