Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2022, 11:58

«Республиканың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре — мәғариф һәм фән министры кәңәшселәре

Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022» республика конкурсының өс еңеүсеһе һәм бер призеры йәмәғәт башланғыстарында республиканың мәғариф һәм фән министры кәңәшселәре иеп тәғәйенләнә. Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Улар араһында — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Смехова. Ул 2022 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында абсолют еңеүсе булды.

Бынан тыш, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы»-2022 конкурсы еңеүсеһе,  Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова; «Йәш йыл уҡытыусыһы»-2022 конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Ногина, шулай уҡ 2022 йылда «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы призеры, Өфөнөң М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Тазиева — йәмәғәт башланғыстарында ведомство башлығы кәңәшселәре.

«Улар министрға мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн үҙ башланғыстарын, министрлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрен индерә ала», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: