Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Бының өсөн өсөн федераль бюджеттан 170,6 миллион һум бүленгән. Быйыл республика бюджеты аҡсаһына (79,5 миллион һумға) 20 яңы мәктәп автобусы һатып алынған. Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын 378 автобус тулыландырған, 112-һе – республика бюджеты иҫәбенә, 266-һы – федераль ярҙам менән. Киләһе йылдың ғинуар-мартында республика федераль бюджет иҫәбенә тағы ла ГАЗ маркалы 45 автобус алырға тейеш.
Республика етәксеһе асҡыстарҙы тапшырғандан һуң автобустарҙы ҡараны. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/ GPS, тахографтар менән йыһазландырылған.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.