Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2023, 15:03

Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

«Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла
Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

Башҡортостан Башлығы «Юғарыға ос!» бишенсе мәғариф форумының пленар ултырышында Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн йыл да 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте.

«Республика хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас: