Ҡурай
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июль 2023, 10:49

Ҡалтасы районы мәктәптәрендә тағы бер Шайморатов класы барлыҡҡа киләсәк

Буласаҡ шайморатовсылар нормативтар тапшырҙы, фәндәр буйынса тест үттеләр, костюмдар тегеү өсөн уларҙан үлсәүҙәр алынды.

Ҡалтасы районы мәктәптәрендә тағы бер Шайморатов класы барлыҡҡа киләсәк
Ҡалтасы районы мәктәптәрендә тағы бер Шайморатов класы барлыҡҡа киләсәк

Йәш шайморатовсыларҙың уҡыу үҙенсәлектәре ниҙә? Ябай 5-се класс уҡыусыларынан улар нимә менән айырыла? Айырма шунда, Шайморатов класында уҡыусылар өҫтәмә программа буйынса Рәсәй тарихын, Башҡортостан, тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәсәк, күп сәғәттәр дөйөм физик әҙерлеккә бүленәсәк, Калашников автоматын һүтеп йыйырға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнәсәктәр. Патриотик тәрбиәгә күп иғтибар бүленәсәк.

12 июлдә буласаҡ шайморатовсылар нормативтар тапшырҙы, фәндәр буйынса тест үттеләр, костюмдар тегеү өсөн уларҙан үлсәүҙәр алынды. Унан алдараҡ ата-әсәләр Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс булдырыу ҡарарын хуплағайны.

Автор:
Читайте нас: