Ата-әсәләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатынан Башҡортостанда йәнә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы старт алды.
Ҡалтасы районында мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу менән Ғаилә хеҙмәте шөғөлләнә. Был изге эшкә Яңы Килбаҡты ауыл биләмәһе башлығы Ренат Арыҫланов, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, йәштәр эштәре буйынса комитет, «Агромол» йәмғиәте, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Төньяҡ-көнбайыш «Ғаилә» медицина үҙәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют коллективтары үҙ өлөшөн кереткән дә инде.
Теләге булған һәр кем йәй аҙағына тиклем балаларға ярҙам итә ала. Ғаилә хеҙмәтенә яңы йәки яҡшы тороштағы канцелярия тауарҙары һәм ижад өсөн материалдар, портфелдәр һәм мәктәп формаһы, дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт килтерергә мөмкин.
Сығанаҡ: "Калтасинская Заря"