Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2018, 17:36

«Ата-бабалар ауазы» фестивалендә хәбәрсебеҙ Гөлфирә Байбулатова беренсе урын яуланы

Краснокама районында «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара әҙәби-поэтик фестиваль-конкурсы үтте. Унда гәзитебеҙҙең Нефтекама ҡалаһынан хәбәрсеһе Гөлфирә Байбулатова ла ҡатнашты.

Бәйгенең маҡсаты - нәфис һүҙ жанрын популярлаштырыу, халыҡ ауыҙ-тел ижадын башҡарыусы һәүәҫкәрҙәр араһында күренекле яҙыусыларҙың тарихи мираҫын белеү дәрәжәһен асыҡлау.
Фестиваль өс номинацияла үтте: һөнәри һәм һәүәҫкәр шағир-публицистар, һәүәҫкәр нәфис һүҙ оҫталары, сәсәндәр. Конкурста республикабыҙҙың төрлө райондарынан, шулай уҡ Пермь крайы, Удмуртия Республикаһынан бөтәһе 46 бәйгесе көс һынашты.
Конкурстың шарттары буйынса, беренсе этапта ҡатнашыусылар бер шиғри йәки сәсмә әҫәрҙән алынған өҙөк башҡарырға, шулар араһынан иң яҡшылары тип табылғандары ғына икенсе этапта сығыш яһарға тейеш ине. Әммә жюри ағзалары һайлап алыу турын үткәрмәне, шуға ла конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә икенсе этапҡа үтте.
Гөлфирә Байбулатова беренсе этапта Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырын уҡып, юғары баһа алды, ә икенсе этапта Абдулхаҡ Игебаевтың «Һәр бер кеше ерҙә берәү генә» шиғырын һөйләп «Уҡыусы-башҡарыусы» номинацияһында Беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Хәбәрсебеҙҙе лайыҡлы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади бейеклектәр теләйбеҙ.
Читайте нас: