Кисәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, беренсе бүлектә юбиляр үҙе генә сығыш яһай. Был — инструменталь төркөм менән йәнле концерт. Концертта бер нисә быуын тамашасылар яратып өлгөргән йырҙар яңыса, яңы аранжировкалар менән яңғырай. Улар — «Порт Артур», «Һылыуым», «Сайҡалалар кәмәләр», «Бөрлөгәнем», «Һағыныу йыры», «Һайра, һандуғасым», «Беззең ил», «Моңло курай», «Ел, ерәнем». Һуңғы йылдарҙа ижад ителгән бик күп йырҙар — «Урал» бәйете, «Дунай», «Миҙгелдәр».
Икенсе бүлектә артистың ижадташ дуҫтары сәхнәгә сыға, улар араһында — татар эстрадаһы йондоҙо Салауат Фәтхетдинов, Башҡорт драма театрының күренекле актеры Фидан Ғафаров, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Ләйсән Шәрипова. «Карауанһарай» төркөмөнөң һәм Стәрлетамаҡ бейеү театрының сығышын күрергә мөмкин.