Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2018, 18:25

Гөлсөм Ғәлиева алтын "Аҡсарлаҡ"ҡа дәғүә итә

Краснокама районы мәҙәниәт йорто солисы Гөлсөм Ғәлиева “Алтын тауышҡа – алтын “Аҡсарлаҡ” конкурсы финалистары иҫәбенә инде.

Краснокама районы мәҙәниәт йорто солисы Гөлсөм Ғәлиева “Алтын тауышҡа – алтын “Аҡсарлаҡ” конкурсы финалистары иҫәбенә инде. Ә конкурстың еңеүсеһе киләһе йылдың 12 ғинуарында Ҡазан ҡалаһында билдәләнәсәк.
Ағымдағы йыл башында “Аҡсарлаҡ” гәзите (Татарстан Республикаһы) йырсы Ғәбделфәт Сафин булышлығында “Алтын тауышҡа – алтын “Аҡсарлаҡ” конкурсын иғлан итте. Унда 40 йәштән өлкән йыр һөйөүселәр ҡатнаша ала.
“Конкурс йылдар үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, тауышының матурлығын һәм көсөн күрһәтергә теләгән кешеләр өсөн”, - тип аңлата гәзит. Һәм үҙенең адресына йыр яҙмаһын ебәреүҙәрен һораған. Нәтижәлә конкурсҡа 500-гә яҡын кеше үҙҙәренең яҙмаларын ебәргән. Һәр ебәрелгән яҙманы Ғәбделфәт Сафин үҙе тыңлаған.
Икенсе тур йомғаҡтары буйынса Гөлсөм Ғәлиеваны 12 ғинуарҙа Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге театрҙа уҙасаҡ конкурстың финал этабында сығыш яһарға саҡырыуҙары билдәле булған. Ә еңеүсегә бик ҡыҙыҡлы бүләк – алтындан эшләнгән аҡсарлаҡ статуэткаһы буласаҡ. Конкурс юҡҡа ғына “Алтын тауышҡа – алтын “Аҡсарлаҡ” тип аталмаған бит.
Читайте нас: