Виртуоз ҡурайсы Айнур Ҡыямов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик күп ижади конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, районыбыҙ данын алыҫтарға еткерҙе.
Тырышлыҡ, йыр-моңға мөхәббәт уға ата-бабаларынан бирелгән. Беләш ауылында тыуып үҫкән һәләтле малайҙы музыкаға ынтылышы район үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт мәктәбенә алып килә.
Баян класында шөғөлләнгән сағында яҙмыш уны ҡурайсы Рөстәм Шәрипов менән таныштыра. Тәтешлегә оҫталыҡ класы күрһәтергә тип килә ул. Бер аҙна дауамында егет-ҡыҙҙарҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрә. Ошо көндәрҙән башлап, Айнур Ҡыямов ҡурайҙы ҡулынан да төшөрмәй. «Өйрәнгәндә нисә ҡурайҙы кимергәнмендер», – тип көлә.
Үҙ теләгенә ирешә егет. Күптән түгел БСТ каналының «Сәләм» тапшырыуында уның башланғысы менән төшөрөлгән клип бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдырҙы. Районыбыҙҙың күп милләтле халҡын, уның уңғанлығын, мәҙәниәтен асып, гөрләп торған хужалыҡтарҙы, матур тәбиғәтебеҙҙе, милли йолаларҙы сағылдырған видеотаҫма күптәребеҙҙең күңелдәренә май булып ятты. Был ниәтен тормошҡа ашырырға уға тормош иптәше Гөлназ, музыкаға аранжировка яһаусы яҡташыбыҙ музыкант Илфат Шәйехов булыша.
Һәр кемдең тормошонда фәрештә кеүек юл күрһәтеп барыусылар осрай. Айнурҙың ижад юлында ла бөгөн рәхмәттәр уҡырлыҡ остаздар, етәкселәр осрап ҡына тора. Беренселәре – ҡулына гармун тоттороп, уның бәләкәс йөрәгенә ялҡын һалыусы ауылдашы Рәдис Мирхәйҙәров һәм музыка мәктәбенә ҡабул итеүсе Фәтхулла Ханов булһа, икенсеһе – Венер Халиҡов. Ул егеттең тырышлығын күреп, гел концерттарына саҡыра, үҙе үк музыка училищеһына илтеп урынлаштыра. Унда иһә оҫта ҡурайсыларҙы күреп, Айнур уларҙан да оҫтараҡ уйнарға өйрәнергә, ҡурайҙың аҫылына төшөнөргә, тигән маҡсат менән яна башлай.
Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай серҙәренә уны остазы Самат Кинйәбаев өйрәтә. Яҡташыбыҙ бының менән генә сикләнмәй, 2007 йылда уҡыуын уңышлы тамамалап, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында белемен дауам итә. Бер ваҡытта ла Венер Сабит улының: « Айнур, уҡыуыңды тамамлап, районға ҡайтаһың» тигән һүҙҙәрен хәтеренән сығармай. Ниһайәт, 2012 йылда тыуған еренә аяҡ баҫа. Йәш белгес музыка сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында уҡыта башлай, һәм шул көндән алып үр артынан үрҙәр яулай.
Музыканттың тырышлығы һоҡландыра. Ул үҙ өҫтөндә дүртәр-бишәр сәғәт эшләй, тальянда, ҡубыҙҙа, һыбыҙғы һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнай. Бик күп мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеүсе булды: 2006 йылда Сибайҙа төбәк-ара ҡурайсылар конкурсында 2-се урын, 2007 йылда Ҡазанда уҙғарылған Халыҡ-ара ижад һәм 2011 йылда Октябрьский ҡалаһында үткән «Ҡурай» конкурстары дипломанты.
Быйыл май айында үткәрелгән был мәртәбәле конкурста балалар ансамбле менән сығыш яһай. Үҙенең уйнау оҫталығы менән генә түгел, бәлки тыуған еренә мәҙхиә йырлау менән дә жюри ағзаларын таң ҡалдыра ул. Октябрьский ҡалаһында сығыш яһағанда әле ансамблдең исеме лә булмай, сәхнәгә сыҡҡас ҡына уға исем уйлай Айнур. Данлыҡлы яҡташыбыҙ мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң ырыу ағастарын барлап, ансамблде «Ирәкте» тип атай. Жюри ағзалары быны бер тауыштан ҡабул итә. Ансамбль 15 төркөм араһында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ була. Шунда уҡ Айнур БСТ каналынан саҡырыу алып, өс уҡыусыһы менән «Сәләм» тапшырыуында ҡатнаша.
Яҡташыбыҙҙың «Башҡортостандың иң матур ауылы» конкурсы барышында фәһемле клип төшөрөп, телевизион тапшырыуҙа ҡатнашыуы икеләтә отошло булды. Клип төшөрөү идеяһы уға туй алып барғанда килә: төрлө милләт кешеләренең берҙәм булып ҡурай моңона бейеүе дәртләндерә егетте.
“Йөрөгән таш шымара” тиҙәр бит. Айнур ирешелгәндәргә кинәнеп ултыра торғандарҙан түгел. Егеттәрен әленән үк конкурсҡа әҙерләп, беренселекте алыу уның хыялы.