Нефтекама ҡалаһында республикабыҙҙың кескәй бер сағылышы тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Ҡалабыҙҙа 65 милләттән ашыу халыҡ дуҫ, татыу, туғандарса көн күрә.
Төп милләттәрҙең – башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, украиндарҙың милли үҙәктәре булдырылған. Һәр ойошма, ширҡәттәрҙеке кеүек үк, был үҙәктәрҙең дә бихисап матур, күркәм йолалары барлыҡҡа килгән. Шундайҙарҙың береһе – мәҙәни айлыҡтар. Әйтәйек, славян ойошмаһы милли-мәҙәни яҙмаһы һәм мәҙәниәт көндәрен ғинуар айында уҙғара һәм эстафетаны башҡа мәҙәни ойошмаға тапшыра.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығын республика өсөн иң мөһим айҙа – октябрҙә ойоштора.
Байрам айлығын асыу һәм ябыу тантаналары, ғәҙәттә сағыу саралар аша үткәрелә. Уларҙы ойоштороусылар һәр сараны ҡабатланмаҫ, иҫтә ҡалырлыҡ, әһәмиәтле һәм фәһемле итеп ойошторорға тырыша. Быйылғы айлыҡты ябыу ҙа шуларҙың бер күркәм өлгөһө булды. Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә үткән был сара “Башҡорт ҡунаҡханаһы” формаһында барҙы.
Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залына ҡала интеллегенцияһы вәкиләдәре: уҡытыусылар, рәссамдар, артистар, йәмәғәт ойошмалары активистары, етәкселәре һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды.
Программаның тәүге өлөшөндә “Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙмаһы” айлығында әүҙем ҡатнашҡандарға, халҡына, теленә, милләтенә тоғро хеҙмәт иткәндәре һәм республикабыҙ милли сәйәсәтенә ҙур өлөш индерә барғандары өсөн “Камиллыҡ” приздары, Маҡтау грамоталары тапшырылды. Ундайҙар Нефтекамала бихисап: башҡорт гимназияһының һәм 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлсәсәк Яҡшығолова, Гөлфирә Байбулатова, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Лилиә Зиннәтуллина, Нефтекама дәүләт филармонияһының популяр йырсыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы Илгиз Миңлеәхмәтов, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Рушана Имамова, йәш рәссамдар мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы, күренекле рәссам Айҙар Усманов һәм башҡалар.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Үтәкәйев уларҙың һәр береһенә лайыҡлы приздар тапшырып, киләсәктә лә арымай-талмай, ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән туған республикабыҙға, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә, телебеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәрен, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне.
Уның изге теләктәренә байрам кисәһендә ҡатнашыусы абруйлы ҡунаҡтар – ҡала милли үҙәктәр етәксеһе Нәфисә Нәбиева, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ-көнбайыш төбәге етәксеһе Рәис Исмәғилев та ҡушылды.
Байрамдың икенсе өлөшөн “Ҡунаҡханаға” килеүселәр айырыуса көтөп алды. Был юлы “Ҡунаҡхана” ҡунағы – Илгиз Миңлеәхмәтов ине. Тамашасылар Илгизде сәхнәлә маһир артист, алып барыусы, йырсы, нәфис һүҙ оҫтаһы тип белһәләр, осрашыуҙа артист улар алдына бар булмышы, асылы менән ябай егет булып килеп баҫты.
Тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бихисап ине. Баҡтиһәң, сәхнәләрҙә һәр саҡ үҙен ҡыйыу, ышансылы тотоусы егетебеҙ, тормошта бик баҫалҡы, оялсан һәм хатта ҡыйыуһыҙыраҡ та икән... Эйе, актерҙың тышҡы ғына түгел, эске мәҙәниәте лә бигерәк көслө.
Шулай итеп, артитст бер аҙ уңайһыҙланыбыраҡ тиҫтәләрсә һорауҙарға яуап бирҙе. Бәләкәй саҡта ашнаҡсы булырға хыялланғанын да, тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеүен, кешеләрҙә тоғролоҡто, ябайлыҡты яратыуын, ә үҙендә ҡыйыуһыҙлығын яратмауын һәм эшендәге һөнәри нескәлектәрҙе – бөтәһе тураһында ла тамашасылар менән ихлас бүлеште. Һәм, әлбиттә, үҙенең яратҡан йырҙарын, шиғырҙарын уларға ихлас башҡарҙы.
“Башҡорт ҡунаҡханаһы” үҙенең ҡунаҡтарына оло рәхмәттәрен еткереп, киләһе осрашыуҙарға тиклем хушлашты.
Эйе, тап бына ошондай йылы осрашыуҙар, аралашыуҙар, фекер алышыуҙар һәр кем күңеленә дәрт, илһам, көс һәм маҡсаттар өҫтәйҙер ул.