Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2018, 16:31

Шағирә Кәүсәриә Шәфиҡова иҫтәлегенә

Яңауыл район үҙәк китапханаһында Кәүсәриә Шәфиҡованың 70 йыллығына бағышлан кисә үтте.

Яңауыл район үҙәк китапханаһында үткән "Тормош – диңгеҙ, хыялдарым – ап-аҡ елкән" әҙәби-музыкаль кисә БР-ҙың Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Ғәли Соҡорой премияһы лауреаты, Яңауыл районының Маҡтаулы гражданины, танылған шағирә, Корчагин яҙмышлы кеше Кәүсәриә Шәфиҡованың 70 йыллығына бағышланды. Танылған яҡташыбыҙ 13 китап авторы, уның 200-ҙән артыҡ шиғырына Башҡортостан һәм Татарстандың танылған композиторҙары көй яҙған.
Юғары шиғриәт һәләте бирелгән Кәүсәриә Шәфиҡованы иҫкә алырға туғандары, "Замандаш" әҙәби берләшмәһе ағзалары, мәктәп уҡыусылары һ.б. йыйылды. Сара аҙағында мәктәп уҡыусылары өсөн "Илһам" әҙәби үҙәгенә экскурсия ойошторолдо, унда Кәүсәриә Шәфиҡованың мөйөшө булдырылған.
Читайте нас: