Мәҙәниәт
11 Декабря 2018, 09:22

Республикала Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды

Башҡортостанда хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды.

Башҡортостанда хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары республиканың хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Илеш районындағы яңы үҙәк Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәр милли йолаларҙы һаҡлау, милли үҙаңды уятыу өсөн булдырыла. Әлеге ваҡытта республикала ошондай 17 ойошма эшләй.
http://www.bashinform.ru/bash/1249055/
Читайте нас