Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 12:48

"Беҙ" халыҡ театрының 50 йыллыҡ тарихы бар

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде.

Театр - кеше күңеленә туранан-тура юл һалыусы сәнғәт, һәм ул халыҡ тормошонан башҡа йәшәй алмай. Тап ошоно иҫәпкә алып, ҡала һәм райондарҙа халыҡ театрҙары булдырылған да инде, күрәһең...
Нефтекамала сәнғәткә ысын күңелдән ғашиҡ һәм йыр-моңға оҫта халыҡ йәшәй. Ҡала мәҙәниәт үҙәгенең «Беҙ» халыҡ театры хаҡында ишетмәгәндәр һирәктер. Илле йыл дауамында ҡала халҡының яратҡан үҙешмәкәр артистарына әүерелде «Беҙ»ҙәр, уларҙың сығыштарын һәр саҡ көтөп алалар.
Театрҙың беренсе етәксеһе Фәүзиә Халиҡова була. Ул сәхнәгә ғашиҡ йәштәрҙе драма түңәрәгенә йыйып, «Нефтсе» техника йортонда репетициялар үткәрә башлай һәм тиҙ арала «Минең ғаилә» тип аталған тәүге спектакль тамашасы хөкөмөнә сығарыла.
Артабан театр менән төрлө йылдарҙа талантлы, үҙ эштәренең оҫтаһы булған һәм сәхнәгә йәне-тәне менән бирелгән Өлфәт Хәмиҙуллин, Хәҙисә Миңнегәрәева етәкселек итә. Аҙағы. Башы 1-се биттә. Янып эшләгән коллектив үҙенең өсөнсө миҙгелендә үк «халыҡ театры» тигән маҡтаулы исемгә өлгәшә.
1987-2017 йылдарҙа халыҡ театры менән Марс Нуртдинов етәкселек итә. Театрға ул Хәҙисә Миңнегәрәева етәкселек иткән йылдарҙа килеп эләгә. Сәхнәләге тәүге роле – Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» спектаклендәге мулла. Был йылдарҙа Марс Ғәйнетдин улы бөтә спектаклдәрҙә лә бик теләп ҡатнаша, күбеһендә төп ролдәрҙе башҡара, тамашасының яратҡан артисына әйләнә, бигерәк тә комедия жанры оҫтаһы булып таныла.
Үҙе етәкселек итә башлағас, тамашасы хөкөмөнә тәрән йөкмәткеле, тормошсан, актуаль һәм жанр яғынан төрлө булған драма әҫәрҙәрен юғары кимәлдә сәхнәләштереп сығара. Марс Нуртдинов 30-ҙан артыҡ театраль постановка һәм спектакль әҙерләй. Улар араһында башҡорт һәм татар драматургтары комедиялары, төрөк, рус, мари яҙыусылары әҫәрҙәре лә бар. Кәрим Тинсуриндың «Һүнгән йондоҙҙар» драмаһын, Туфан Миңнуллиндың «Беҙ бит ауыл малайы», «Гармун һәм скрипка», Әнғәм Атнабаевтың «Игеҙәктәр» музыкаль комедияларын Нефтекама тамашасыһы ғына түгел, ә яҡын тирәләге ҡала һәм райондар, шулай уҡ Ижау, Өфө, Ҡазан тамашасыһы ла юғары баһалай, көслө алҡыштарға күмә.
Һәүәҫкәр коллективтың төрлө йылдарҙағы репертуарына күҙ һалһаҡ, башҡорт һәм татар драматургияһының профессиональ сәхнәләрҙә уйналған күренекле әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡа милләт ҡәләм оҫталарының да төрлө жанрҙағы спектаклдәрен күрәһең.
... Һәр ваҡыт йылмайып ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшер, бер-ике ҡыҙыҡ хәл йәки анекдот та ҡыҫтырып ебәрер ине Марс Ғәйнетдин улы аралашҡанда. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы менән ул етәкләгән коллективында ғына түгел, ә Нефтекамала, яҡын тирәләге ҡала һәм райондарҙа ла ҙур абруй яуланы. Йәне йәннәттә, Хоҙай Тәғәләнең рәхмәтендә булһын. Бөгөн уның эше лайыҡлы рәүештә дауам ителә, ул ярты ғүмерен биргән театр труппаһы илһамланып ижад итә.
Марс Ғәйнетдин улының вафатынан һуң, был театрҙы йәшәтергә, уның яҡты иҫтәлеген һаҡларға, уға тап төшөрмәҫкә, хөрмәтле остаздарының эшен да-уам итергә, сәхнә икенсе йортона, ә театр йәшәү рәүешенә әйләнгән артистарҙың өмөтөн өҙмәҫкә тигән маҡсат ҡуйҙым алдыма, – ти халыҡ театрының йәш, талантлы яңы режиссеры Илмира Әлетдинова. – Бер-беребеҙҙе аңлап, ижадташлык нигеҙендә хеҙмәт иткәнгә, рухи яҡынлыҡ булғанға ла коллективыбыҙ был уйуымды хупланы, һәм мин ең һыҙғанып, ҡанатланып эшкә тотондом.
Марс Нуртдинов әҙерләгән артистар бөгөн дә труппаның нигеҙен тәшкил итә. Араларында иң абруйлыһы – Резида Шафиҡова.Уның сәхнә стажы – 35 йыл.
– Резида апай – йәне-тәне менән артист кеше. Уға ниндәй генә роль бирһәң дә, төплө, еренә еткереп, тамашасыны ышандырырлыҡ, күңеленә үтерлек итеп башҡарып сыға, – ти Илмира Минйәр ҡыҙы. – Оҙаҡ йылдар уйнаған, тамашасы һөйөүен яулған артистарыбыҙ араһында тағы ла Нәжип Исламов, Фирүзә Йосопова, Вадим Шириязданов, Айрат Ғаптуллин, Шамил Вәлиуллин, Филғәт Зиятдиновтар бар. Өс йылдан биш йылға тиклем сәхнә стажы булғандарынан – Алһыу Хафизова, Резеда Исламнурова, Айнур Вәлеев, Эльза Рахманова, Илнар Кәбиров һәм башҡалар. Театр бөгөн тулы ижади тормош менән йәшәй. 2018 йылдың 11 мартында театр тарихына арналған ҙур концерт үткәрелде. Шулай уҡ үткән йылда кесе сәхнәлә «Театр дуҫтарын йыя», «Театр һөйөүселәр менән осрашыу. Уйын-көлкөлө кисәһе» кеүек саралар ойошторолдо. Мөҙәрис Мөсифуллиндың «Аҡса кемгә кәрәкмәй?» музыкаль комедияһы әҙерләп күрһәтелде. Был әҫәрҙе беҙ 27 ғинуар көндө ҡабаттан күрһәтәсәкбеҙ һәм театр һөйөүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ.
Киләсәккә ҙур пландар менән янып йәшәй «Беҙ»ҙәр. Репертуарҙарына күберәк комедия жанрын индермәкселәр. Эйе, был дөрөҫ тә.
–Бөгөнгө төрлө фажиғәләр, шартлауҙар, емерелеүҙәр менән тулы тормошобоҙҙо күңелһеҙ әҫәрҙәр күрһәтеп тағы ла моңһоуландырғы килмәй, – ти йәш режиссер. – Икенсенән, комедияларға тамашасы ла бик теләп йөрөй.
Театр алдында торған төп маҡсаттарҙың береһе булып репертуар формалаштыру мәсьәләһе тора. Яңы тамашасы өсөн яңы эстетика һәм яңы идеяларға нигеҙләнгән тематика кәрәклеге һәр кемгә мәғлүм. Ижади планда җанр һәм стиль даирәләрен киңәйтеү проблемаһы ла тыуа. Ләкин быларҙың береһен дә проблема итеп ҡабул итмәй Илмира Минйәр ҡыҙы. Ниндәй спектакль һайларға ваҡиғалар ағышы, тормош үҙе ярҙам итә, ти ул.
Илмира Минйәр ҡыҙының тағы ла ҙур һәм бик изге ниәте бар. Ул – халыҡ театрының 50 йыллыҡ данлыҡлы тарихын туплаған китап сығарыу. Ошо дәүер үҙенә бихисап яҙмыштар һыйҙырған, изгелеккә, ғәҙеллеккә өндәгән күпме әҫәрҙәр сәхнәләштергән. Һис шикһеҙ, быларҙың бөтәһе лә ташҡа баҫылырға тейеш.
Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа. Халыҡты әхлаҡи, эстетик һәм патриотик яҡтан тәрбиәләгән был сәнғәт төрө артабан да үҫер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Халыҡ театры һәр кем өсөн асыҡ, үҙҙәрендә асылмаған һәләт тойған, сәхнәгә тартылған олоһон да, кесеһен ҡуш ҡуллап көтәләр бында.
Читайте нас: