Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 15:55

Тәтешле районында шағир-мәғрифәтсе, ғалим, дин эшмәкәре Мөхәмәтғәли Кейековҡа (Ғәли Соҡорой) арналған сара үтте.

«Ғәли Соҡорой» конференцияһы мәғрифәтсенең тормош юлы, ижадына арналды.

Тәтешле районында ХIХ быуат шағир- мәғрифәтсеһе, ғалим, дин эшмәкәре Мөхәмәтғәли Кейековтың (Ғәли Соҡорой) тыуыуына 191 йыл тулыуға арналған сара үтте. Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә бағышланған саралар уҙғарыу матур традиция булып йәшәп килә. Был юлы ла традиция буйынса Иҫке Соҡор ауылында урынлашҡан Ғәли Соҡорой музейында ойошторолдо ул.
Сарала республиканың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар: Башҡортостандың «Шәжәрә» тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, Гәрәй ырыуы вәкиле Радик Бәхтиев, сәсәндәр Ғәлиә Мортазина, Хафиз Мирзабәков, Пермь политехник университеты доценты, тарихсы Гөлсинә Селянинова, билдәле виртуоз-ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм башҡалар ҡатнашты. Улар музейҙағы экспозициялар менән танышты, Ғәли Соҡорой ижадын сағылдырған докладтар менә сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, музей экспонаттары бында һәр саҡ тулыландырылып тора. Айырыуса Ғәли Соҡоройҙың ҡулъяҙмалары ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Ғәли Соҡорой» конференцияһы мәғрифәтсенең тормош юлы, ижадына арналды. Уның мәғрифәткә көслө ынтылышы, аң-ғилеме буйынса айырылып тороуы, был сифаттарҙың улдары Ғарифулла, Зарифулла, Ғиниәтуллаға ла бирелеүе тураһында һүҙ барҙы.
Билдәле шәхестең ижады төрлө яҡлап өйрәнелә. Архив документтарына, ҡулъяҙмаларға таянып, Соҡоройҙоң дүрт ишандан белем алыуын, ә был ишандарҙың Иран, Һиндостан, Афғанстан, Үҙбәкстандан килеүҙәре асыҡланған. Көнсығыш поэзияһында ул осорҙа Ғ. Соҡорой кеүек көслө шағир булмаған.
Музей хеҙмәткәре Бәхтегәрәй Арманшин ул нәҫелде барлау буйынса эҙләнеүҙәр алып бара, Ғ.Соҡорой китаптарын тәржемә итеү һәм баҫтырып сығарыу өҫтөндә арымай-талмай эшләй.
Мәжлестә аҙан тауыштары яңғыраны, Ҡөрьән аяттары уҡылды. Сара аҙағында һәр кем ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған шәхестең ижадын өйрәнеүгә нөктә ҡуйып булмай. Уны тулыһынса өйрәнеү – киләсәк эше.
Рәмиә Сғиева.
Читайте нас: