Булат Йосоповтың «Беренсе республика» нәфис фильмы XII Чебоксар халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн саҡырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 мартта Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Беренсе республика» тарихи картинаһының премьераһы була. 17 марттан фильм прокатҡа сыға.
10 йыл эсендә кинофорум кино белгестәре, режиссерҙар һәм актерҙар араһында популярлыҡ яуланы, уға тиҫтәләрсә мең тамашасы килде. Төрлө йылдарҙа кинофестивалдә Эльдар Рязанов, Ирина Муравьева, Лидия Федосеева-Шукшина, Михаил Ефремов, Ирина Скобцева-Бондарчук, Дмитрий Астрахан, Борис Грачевский, Алексей Герман (кесеһе), Юрий Грымов, Сергей Фетисов, Никита Высоцкий, Алексей Нилов, Семен Фурман, Григорий Гладков, Лиза Боярская, Дмитрий Харатьян, Инна Чурикова, Глеб Панфилов, Александр Панкратов-Черный һәм Рәсәй, Ҡаҙағстан, Эстония, Грузия, Азербайжан, Белоруссия, Сербия, Бөйөк Британия, Франция, Болгария, Финляндия, Һиндостан, АҠШ-тан башҡа бик күп актерҙар, режиссерҙар ҡатнашты.