Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары милли эпосыбыҙ «Урал батыр» мотивтары буйынса әҙерләнгән спектакль менән Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһап, тамашасыны ҡыуандырҙы, рухи яҡтан байытты. Спектаклдең режиссеры – Илмар Әлмөхәмәтов, композиторы – Андрей Березовский, Владимир Аношкин пьесаһы.
Театрҙың боронғо эпосты сәхнәләштереп халыҡҡа кире ҡайтарыуы балалар һәм өлкәндәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки уның нигеҙендә бөгөнгө көн өсөн дө актуаль булған проблемалар ярылып ята, улар әле лә бөтә кешелек йәмғиәтен борсой. Эпостың башынан аҙағына тиклем яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, был көрәш донъя яралыу менән башланған бит. ...
Эпоста кешелек йәмғиәтенең йәшәү мәғәнәһе, ғүмер, үлем хаҡында уйланыуҙар төп урын ала. Кешенең йәшәү мәғәнәһе – тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәү, Ер шарының күркәмлеген, байлығын тойоу, дөрөҫ, самалы файҙаланыу, киләсәк быуындар өсөн һаҡлау. Ер йөҙөндә тыныс тормош урынлашһа, шунан да яҡшыраҡ ожмах булырмы? Эйе, йәшәү мәғәнәһе бер генә – һәр кеше ерҙә үҙ эҙен ҡалдырһын, ҙурмы,бәләкәйме, бары тик яҡшы эҙ, киләсәк быуыны, тоҡомдары ғорурланып хәтерләрлек булһын. Урал батыр эпосында ла һүҙ тап ошо хаҡта бара бит: яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш ысулы бер генә – тәбиғәткә, башҡа кешеләргә ҡарата яҡшылыҡ, игелек ҡылыу.
Бына ошо хәҡиҡәтте һәр кемгә еткереү маҡсатында театр артистары иҫ киткес тамаша күрһәтте. Спектакль сағыу, яҡты башланып китһә лә, һуңынан тетрәндергес, ярһыулы атмосфераға алып инә. Рухи ҡиммәттәребеҙ, тамырҙарыбыҙ хаҡында уйланыуҙарға һала, тулҡынландыра, тетрәндерә. ... Тамаша залында ултырған һәр кем, моғайын да, изгелектең яуызлыҡ тарафынан еңелеүе, ғаиләнең һәм илдең именлеге, халыҡтың матур яҙмышы иң тәүҙә кешенең үҙ-ара мөнәсәбәтендә, башҡаларҙың эштәрендә тоғролоҡ, ихласлыҡ, түҙемлелек кеүек сифаттарға эйә булыуында икәне хаҡында уйланғандыр.
Әйткәндәй, «Ҡурсаҡ театры» тигәс, мин үҙем бала саҡта ҡарап өйрәнгән ҡурсаҡтар сығышын күрергә тип әҙерләнеп барғайным, сөнки бындай тамашала булмағаныма инде тиҫтәләрсә йыл үткән. Күргәндәремде, кисерештәремде һөйләп-аңлатып ҡына бөтөрә алмайым. Быны һәр кем үҙе барып күрергә тейеш. Әйтерһең, замандың алға китеүен бөтөнләй башымдан сығарғанмын. Сәхнәлә лазер технологиялары, ҡомло анимация ҡулланылды, оригиналь маскалар һәм костюмдарҙа сығыш яһаусы артистар ролдәрҙе ышандырырлыҡ, тамашасы зиһененә барып етерлек итеп уйнаны. Быларҙың бөтәһе лә юғары профессионализм, художестволы новаторлыҡ тураһында һөйләй.
Тамашаға инеп ултырғанда, мәктәп һәм колледж уҡыусылары күп булғанлыҡын күреп: «Был йәштәр ҡарарға ирек бирмәҫ инде, бер-береһе менән шаярып, һөйләшеп ултырыр», – тип уйлағайным. Борсолоуым бушҡа булды: бер сәғәт дауамында барған тамашала «шылт» иткән тауыш та ишетелмәне, бары тик һоҡланыу, аптырау, ғәжәпләнеү кеүек тойғоларға ҡушылған алҡыштар залды шаулатты.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистарына, спектаклде сәхнәгә ҡуйыусыларға ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә нефтекамаларҙы шундай сағыу әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.
Белешмә: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Театр 1932 йылда эш башлаған.
Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.
Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Сираттағы ошондай сара – 2015 йылдың 1 – 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале. Тамашасыларға театр «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим иткән.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцария һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булған.
1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.