Тамаша залында тып-тын. Әйтерһең, кино ҡарайҙар. Юҡ, был – шиғриәт кисәһе. Нәфис һүҙ оҫтаһы Сулпан Йыһангирова Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһын һөйләй. Шундай итеп һөйләй, күҙҙәргә йәш тула, тәндәр сымырлап китә. Эйе, 13-сө тапҡыр ойошторолған «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт конкурс-фестиваленә бына шундай оҫталар йыйылды. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығына, Мостай Кәримдең тыуыуына - 100, Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 91 йыл тулыуға арналды.
Фестивалдең географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Балтас, Асҡын, Краснокама райондары, Ағиҙел һәм Свердловск өлкәһенең Качканар ҡалаларынан килгән шиғриәт һөйөүселәрен ҡаршы алды бәйге. Мәртәбәле жюри ағзалары һайлап алыу турында 70-тән артыҡ шиғыр уҡыусыны күҙ уңында тотто. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, кемдер шиғырҙарын бейеүгә һалып, икенселәре – йырлап, өсөнсөләре театрлаштырылған тамаша ҡороп башҡарҙы.
Традиция буйынса гала-концерт балалар сығышы менән башланды. Береһенән-береһе бәләкәйрәк конкурсанттар күңел хистәрен һалып шиғырҙар һөйләне. Байрамға ҙур әҙерлек менән килеүселәр мораҙына ирешеп, призлы урындарға лайыҡ булды.
16 йәшкәсә ҡатнашыусылар араһында 1-се урынды Күрҙемдән Айзат Ғатауллин яуланы. Халыҡ шағирҙары әҫәрҙәрен уҡыусылар араһында беренселек Күрҙем ҡыҙы Ландыш Шакирова ҡулында!
Өлкән йәштәгеләр араһында үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләү буйынса Асҡындан Альфред Хазимуллинға етеүсе булманы.
Мостай Кәрим һәм Әнғәм Атнабаев шиғырҙарын һөйләүселәр араһында Үрге Тәтешленән Роза Гәрәйшина еңеүсе тип табылды. Быйылғы гран-приға Ҡазан ҡалаһынан ҡайтҡан яҡташыбыҙ Томас Ниғмәтйәнов лайыҡ булды.
Йылдағыса жюри ағзалары – Әнғәм Атнабаев премияһы лауреаттары, К.Маркс ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Өлфәт Ғәбсәләмов конкурсанттарға махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Шиғриәт кисәһенең иң тулҡынландырғыс минуттары – ул райондың Әнғәм Атнабаев премияһын тапшырыу. Уның хужаларын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Атнабай премияһы миҙалы Яңауыл ҡалаһының «Хәйәт» халыҡ театры режиссеры, яҡташыбыҙ Салауат Хәмзин һәм «Беҙҙең Атнабай» китабы авторы Рәиф Әмиров күкрәген биҙәне.