Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь 2019, 13:30

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр «Табын-фест» йәштәр фестивале ойошторола

«Табын-фест» йәштәр фестивале быйыл Тәтешле районында уҙа.

«Табын-фест» йәштәр фестивале быйыл Тәтешле районында уҙа һәм тотош республиканан әүҙем йәштәрҙе йыя.
Фестиваль Табын ырыуы быуындары араһында бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, әүҙем йәштәрҙе туплау, уларҙа әүҙем тормош позицияһы булдырыу өсөн ойошторола.
Сарала хәҙерге йәштәр өсөн көнүҙәк йүнәлештәр буйынса бүленгән мәғариф программаһы менән таныштырыу, спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре, шәжәрәләр, һәүәҫкәрҙәр концерты, шулай уҡ «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары, «Табын – ырыуым тарихы» һәм «Ғәли Соҡорой» китаптарының исем туйҙары була.
«Табын-фест» 5-6 июлдә Тәтешле районынынң Үрге Тәтешле ауылы янындағы ял базаһында ойошторола. Унда ҡатнашыу бушлай.
Ҡатнашырға, шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирергә теләгәндәр 8-917-45-88-919 (Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы), 8-937-344-05-09 (Сәлимов Нияз Булат улы) телефондары буйынса ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итә ала.
Йола буйынса, «Табын-фест» фестивале Архангел, Ауырғазы, Асҡын, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, шулай уҡ Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарында, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә Һәм Татарстан Республикаһында тыуып үҫкән Табын ырыуы башҡорттары күпләп йәшәгән райондарҙа уҙғарыла. Сараның күсмә вымпелы бер райондан икенсеһенә тапшырыла, һуңғыһы эстфетаны ҡабул итеп, киләһе фестивалде үткәрә.
Бынан алдағы Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына бағышланған II «Табын-фест-2018» йәштәр фестивале былтыр 27 июндә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында уҙҙы. Төбәк-ара фестивалендә республиканың туғыҙ районынан, Өфө ҡалаһынан һәм Рәсәйҙең биш төбәгенән 1000-гә яҡын кеше ҡатнашты. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында Табын ырыуҙарының 200 йәш вәкиле автор проекттары менән сығыш яһаны, Табын ырыуының иң яҡшы вәкиле булыу өсөн ярышты.
Ул саҡта «Табын-фест» тәүге тапҡыр «Табындар» гимны аҫтында Табын ырыуы флагын күтәрҙе. Текст авторы — Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов.
http://www.bashinform.ru/bash/1324213/
Читайте нас: