Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 22:55
Ағиҙелдең йәш скрипкасыһы Бөтә Рәсәй конкурсының лауреаты булды
Өфөлә «АRT-Сәнғәт: йәштәр өсөн ижад лабораторияһы» проекты сиктәрендә ҡыллы ҡоралдарҙа уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Конкурс йәш музыкантарҙың башҡарыу оҫталығын үҫтереү, ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн яҙылған иң яҡшы класссик һәм милли әҫәрҙәрҙе пропагандалау маҡсаты менән үткәрелде.
Ағиҙел ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән Дарина Дауытова ошо конкурста II дәрәжә лауреаты булды. Уның уҡытыусыһы Лариса Спиридонова конкурстың призерын әҙерләгән өсөн диплом менән бүләкләнде. Бындай мәртәбәле конкурста уңышлы сығыш яһарға Даринаға концертмейстер Юлия Төркәбайева ярҙам итеп, «Концертмейстерлыҡ оҫталағы өсөн» дипломы менән бүләкләнде.
Лариса Рафаил ҡыҙы Даринаның скрипкала теләп уйнағанын, профессиональ музыкант булырға теләгәнен билдәләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан